+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Май 2019, 17:14

Республикала махсус янғынға ҡаршы режим ғәмәлдә!

Ҡоро, эҫе һауа торошо арҡаһында янғындар һанының артыуы күҙәтелә.

Ҡоро, эҫе һауа торошо арҡаһында ауыл хужалығы биләмәләре территорияларында, шәхси торлаҡ секторында, баҡсаларҙа янғындар һанының артыуы күҙәтелә, урмандар яна.

Тәбиғәткә зыян һалына, уттан халыҡтың милке харап була. Ҡоро үлән яныу майҙаны 7400 гектар тәшкил итте, 800 гектар урман уттан зыян күрҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, махсус янғынға ҡаршы режим булғанда усаҡтар яғыу, ауыл биләмәләре һәм ҡала округтары территорияларында, баҡсаларҙа, предприятиеларҙа янғын хәүефле эштәр башҡарыу тыйыла!

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.

Күмертау район-ара күҙәтселек эшмәкәрлеге һәм профилактика эштәре бүлеге.
Читайте нас: