-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Май 2019, 11:09

Башҡортостанда “Спорт – тормош нормаһы” проекты бойомға ашырыласаҡ

Был проектты бойомға ашырыуға 2019 йылда 195,8 млн һум аҡса бүленәсәк.

Был проектты бойомға ашырыуға 2019 йылда 195,8 млн һум аҡса бүленәсәк. Аҡса спорт мәктәптәрен йыһазландырыуға, спорт майҙансыҡтары булдырыуға йүнәлтеләсәк. Футбол майҙансыҡтарын, еңел атлетика йүгереү юлдарын замансалаштырыу, РФ йыйылма командалары өсөн спорт резервы әҙерләүсе спорт ойошмаларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү планлаштырыла.Граждандарҙы физкультура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү өсөн күләмле спорт саралары ойоштороласаҡ, урам тренажерҙары ҡуясаҡтар, йүгереү һәм атлау өсөн юлдарҙы төҙөкләндерәсәктәр. Ә райондарҙа ГТО комплексы нормативтарын үтәүгә әҙерләнеү өсөн 22 урам спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк.Рәсәй Президенты Владимир Путин “Демография” милли проектына спортты үҫтереү буйынса сараларҙы индерергә ҡушты. 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән милли проектҡа “Балалары тыуғанда ғаиләләргә финанс ярҙам күрһәтеү”, “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшкә урынлашыуында ярҙам итеү”, “Өлкән быуын”, “Йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу”, “Спорт – тормош нормаһы” федераль проекттары инә.
Читайте нас: