+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Май 2019, 16:50

Өфөлә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә төбәк операторҙарының III Халыҡ-ара съезды үтә

Кисә “Торатау” Конгресс-холында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә төбәк операторҙарының III Халыҡ-ара съезды асылды.

Кисә “Торатау” Конгресс-холында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә төбәк операторҙарының III Халыҡ-ара съезды асылды. Уның темаһы – “Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү: хаталар өҫтөндә эш”.Съезд сиктәрендә БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм “ЭКО-Сити” төбәк операторы араһында инвестиция проекттарын бойомға ашырыу өлкәһендә һәм Экотехнопарк булдырыу маҡсатында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Экотехнопаркта ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең сорттарға айырыуҙан икенсел эшкәртеүгә тиклем тулы циклды үҙ эсенә алған заманса системаһы булдырыласаҡ, тип күҙ аллана.Шулай уҡ съезд делегаттары Ишембай районында “ЭКО-Сити” төбәк операторының 200 мең тонна ҡеүәтлегендәге эре заманса сүптәрҙе сорттарға айырыу заводын асыуҙа ҡатнаштылар.
Читайте нас: