Ялдарҙа һауа торошо ҡыуандырманы, әлбиттә, әле ямғыры һибәләй, әле юлындағы бөтә әйберҙе осортоп ел иҫә. Шулай булһа ла, беҙ ауылыбыҙҙың йәшелгә төрөнөп килгән әйләнә-тирәһе буйлап йөрөп килергә булдыҡ. “Ҡара, әсәй, ниндәй матур сәскәләр!” – тип ҡысҡыра улым (уны туҡтатып торорлоҡ түгел, беҙ әкренләп кенә барған саҡта, ул биш тапҡыр эргәбеҙҙән урап уҙып китә) һәм йыраҡтан зәңгәр япма булып күренгән ҡыңғырауҙар үҫкән аланға күрһәтә. “Ә быныһы ниндәй сәскә?” Уның “күгәрсен күҙе” икәнен әйтәм, уны өҙөргә кәрәкмәгәнлеген аңлатам. Ошонда уҡ ҡырағай гладиолустар ҙа үҫеп ултыра, оҙаҡламай улар ҙа сәскә атасаҡ. Ә улым, “улар бит барыбер күп” тип, бәпембә сәскәләренән булһа ла миңә гөлләмә эшләп тоттора. Ниһайәт, кәрәкле урынға килеп етәбеҙ. Ғәҙәттә, бында ҡуҙғалаҡ күп үҫә. Яңылышмағанбыҙ, быйыл да уңған ҡуҙғалаҡ. Тәмле, әскелтем үләнде бер тоҡ итеп йыябыҙ. Ә кискеһен инде телеңде йоторлоҡ ләүәш буласаҡ!