+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Май 2019, 17:01

Башҡортостанда WorldSkills компетенциялары буйынса 30 оҫтахана барлыҡҡа киләсәк

WorldSkills (Ворлдскиллс) Рәсәй компетенциялары буйынса 30 ҙаманса оҫтахана 2019 йылда республикабыҙҙың һөнәри белем биреү ойошмалары нигеҙендә булдырыласаҡ.

WorldSkills (Ворлдскиллс) Рәсәй компетенциялары буйынса 30 ҙаманса оҫтахана 2019 йылда республикабыҙҙың һөнәри белем биреү ойошмалары нигеҙендә булдырыласаҡ.Башҡортостанда “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Йәш профессионалдар (Һөнәри белем биреүҙең көнәркәшлелеген арттырыу)” төбәк проектының паспорты раҫланды, “ҙаманса материаль-техник база менән йыһазландырылған оҫтаханалар һаны” күрһәткестәрҙең береһе булып тора. 2024 йылға республикала улар һаны 50-нән кәм булмаҫҡа тейеш.Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы 2019 йылда федераль бюджеттан гранттар биреүгә конкурс һайлап алыуы үткәрҙе. Башҡортостандан алты колледж: Өфө технология һәм дизайн, Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ, Өфө машиналар төҙөү, Аксен агросәнәғәт, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри һәм Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледждар конкурсты уңышлы үтә алды.Конкурс йомғаҡтар буйынса республикала “Сәнғәт, дизайн һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе”, “Төҙөлөш”, “Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары”, "Сәнәғәт-инженер технологиялары", “Ауыл хужалығы”, “Социаль өлкә” йүнәлештәре буйынса 30 оҫтахана барлыҡҡа киләсәк. Был маҡсаттарға федераль бюджеттан 138 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп итеү планлаштырыла.
Читайте нас: