+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Май 2019, 10:57

“Сервис-Мастер” йәмғиәте “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектына инергә әҙер

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүлеккә ярҙам итеү” милли проектында ҡатнашыу өсөн предприятиелар һайлап алыу сиктәрендә потенциаль ҡатнашыусы – “Сервис-Мастер” йәмғиәтенә барҙылар.

Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов, хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар төбәк үҙәге вәкилдәре – компетенциялар төбәк үҙәге етәксеһе Руслан Нуртдинов һәм компетенциялар төбәк үҙәге проекты етәксеһе Ольга Горлицына “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүлеккә ярҙам итеү” милли проектында ҡатнашыу өсөн предприятиелар һайлап алыу сиктәрендә потенциаль ҡатнашыусы – “Сервис-Мастер” йәмғиәтенә барҙы.Предприятие “Башнефтегеофизика” йәмғиәте контурына инә һәм нефть йыһаздары һәм геофизик техниканы хеҙмәтләндереү, транспорт сараларын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнә.“Сервис-Мастер” йәмғиәте етәкселеге менән хеҙмәттәшлек итеүҙең артабанғы планы буйынса фекер алышынды. Айырып алғанда, сервис компанияһы хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә Компетенциялар Федераль үҙәгенең адреслы ярҙамы методологияһын иҫәпкә алып, етештереү системаһын үҫтереү буйынса сараларҙы бойомға ашырыуға әҙерлеген белдерҙе.
Читайте нас: