+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Май 2019, 18:35

Ҡырау һәм көслө ел сығыуы көтөлә тип иҫкәртәләр төбәк буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идараһында

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, 22 май киске сәғәт һигеҙҙән 23 май киске сәғәт һигеҙгә тиклем республикала болотло һауа торошо көтөлә.

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, 22 май киске сәғәт һигеҙҙән 23 май киске сәғәт һигеҙгә тиклем республикала болотло һауа торошо көтөлә. Төндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ шулай уҡ ямғыр, урыны менән көслө ямғырҙар яуасаҡ. Айырым райондарҙа йәшен буласаҡ. Ел көньяҡ-көнбатыштан секундына 7-12 метрға тиклем, көндөҙ секундына 15-20 метрға тиклем етәсәк.Һауа температураһы төндә 2-7 градус. Таулы райондарҙа 0, -2 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы 16-21 градус буласаҡ.
Читайте нас: