+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Июнь 2019, 11:09

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда “Сал Урал легендалары” конкурс-фестивале үткәрелә

Республикала “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Рәсәйҙә Театр йылына бағышланған “Сал Урал легендалары” Асыҡ конкурс-фестивале үткәрелә.

Республикала “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Рәсәйҙә Театр йылына бағышланған “Сал Урал легендалары” Асыҡ конкурс-фестивале үткәрелә.Ҡатнашыуға Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең балалар музыка, хореография, художество һәм сәнғәт мәктәптәре, колледждар ҡарамағындағы педагогия практикаһы музыка мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгән тәрбиәләнеүселәр ҙә, мәҙәниәт йорттары, дөйөм белем биреү мәктәптәре, балалар һәм үҫмерҙәр ижад үҙәктәре ҡарамағындағы ижад коллективтары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт тармағындағы һөнәри белем биреү учреждениелары саҡырыла.Конкурс-фестиваль ике: “Легенданы сәхнәлә күрһәтеү” һәм “Легенда рәсем сәнғәтендә” номинацияларында үтәсәк. Соло йәки коллектив ҡатнашыу мөмкин.“Сал Урал легендалары” конкурс-фестивалендә ҡатнашыу шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БР Мәҙәниәт министрлығының РУМЦ рәсми сайтындағы Положениела күрһәтелгән (Конкурсы, выставки/Информация о мероприятиях, проводимых в Республике Башкортостан).
Читайте нас: