+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Июль 2019, 17:52

Президенттың юлдарҙа йәшерен камералар ҡуйыу ярамағанлығы тураһында белдереүенән һуң Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты граждандарҙан камераларҙы законһыҙ урынлаштырыу осраҡтары тураһында хәбәр итеүҙәрен һораны

Рәсәй президенты, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты лидеры Владимир Путин дөйөм ҡулланылыштағы автоюлдар селтәрен үҫтереү һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса Дәүләт советы ултырышында юлдарҙа йәшерен камералар ҡуйырға ярамағанлығы тураһында белдерҙе.

Рәсәй президенты, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты лидеры Владимир Путин дөйөм ҡулланылыштағы автоюлдар селтәрен үҫтереү һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса Дәүләт советы ултырышында юлдарҙа йәшерен камералар ҡуйырға ярамағанлығы тураһында белдерҙе. Уларҙы ҡуйыуҙың маҡсаты – юлдарҙағы авариялылыҡты, травматизмды кәметеү, кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау тине дәүләт башлығы.Камераларҙы ҡуйыу юл участкаһының махсус шарттарына яуап бирергә, ә уларҙың барлығы тураһында тейешле билдәләр хәбәр итеп торорға тейеш. Әгәр ҙә был шарт үтәлмәй икән, «Дорожная инспекция ОНФ/Карта убитых дорог» проекты активистары граждандарҙы был турала Халыҡ фронтының «Убитые дороги» мобиль приложениеһында хәбәр итергә саҡыра. Халыҡ фронты алынған мәғлүмәтте прокуратураға ебәрергә әҙер, тип белдерҙе «Дорожная инспекция ОНФ/Карта убитых дорог» проекты координаторы, Дәүләт думаһы депутаты Александр Васильев.Васильев граждандарҙы иғтибарҙарын юлдарҙа камералар ҡуйғандағы етешһеҙлектәргә йүнәлтеүҙәрен һораны. “Камераларҙың дислокацияһы аныҡ участканың хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн махсус ҡағиҙәләр менән раҫлана. Шуға ла улар тәртипһеҙ рәүештә ҡуйылырға тейеш түгел”, - тине ул.«Дорожная инспекция ОНФ/Карта убитых дорог» проекты активистары камера алдынан уның тураһында хәбәр итеүсе билдәләр булыу-булмауын, камераларҙы ҡуйыу закон буйынса булыу-булмауын мониторингылаясаҡ.“Беҙ был мәғлүмәтте йыйып, уны прокуратураға ебәрәсәкбеҙ. Контроль участкалары ҡануниәт талаптарына яуап бирергә тейеш”, - тине Васильев.Ул тиҙлек режимын үтәргә кәрәклеген, әммә камераларҙың аҡса эшләү ысулы булырға тейеш түгеллеген билдәләне: “Был юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ысулы булырға тейеш”.Шулай, әгәр ҙә юл участкаһында хәүефһеҙлек менән хәл уңай, машиналар сәғәтенә 60 саҡрым тиҙлек менән йөрөгән, ә ҡапыл сәғәтенә 40 саҡрым тиҙлек менән йөрөү кәрәклеге тураһында билдә барлыҡҡа килгән икән, был урындағы власть вәкилдәренең штрафтар һалып, бюджетҡа аҡса йыйыу теләге тураһында һөйләргә мөмкин. “Ә был инде ҡануниәтте боҙоу. Уның өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Камераларҙы ҡуйыу юлдағы хәлгә ярашлы булырға, төбәктең Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы тарафынан раҫланырға тейеш”, - тип аңлатты Васильев.
Читайте нас: