Бөгөн Туймазы районының Иҫке Собханғол ауылында төбәк кимәлендәге Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы автомобиль юлының 54+874 саҡрымында Бишинды йылғаһы аша күпер техник асылды.Реконструкция эштәре 2019 йылдың ғинуар айында башланғайны. Контракт буйынса объектты тапшырыу – 2019 йылдың 15 октябре. Заманса техника һәм эштәрҙе тәүлек әйләнәһенә башҡарыуҙы ойоштороу арҡаһында объект эксплуатацияға ваҡытынан алда тапшырылды.Әле 35 метр оҙонлоҡтағы күперҙе реконструкциялау тамам. Бөгөнгө көнгә тиклем унда буяу, автомобиль юлы ситен тәртипкә килтереү эштәре бара.Инде иҫкергән, хәүефһеҙлек нормаларына яуап бирмәгән тимер-бетон күпер һүтелгән. Яңы күпер тимер-бетон свайҙарҙы монолит ригелдәр менән тоташтырып эшләнгән. Унда шулай уҡ цинкланған тимер барьер ҡоролмаһы ҡуйылған.Яңы күпер заманса хәүефһеҙлек һәм транспорт үткәреү талаптарына тулыһынса яуап бирә. Ҡоролманың хеҙмәт ваҡыты 25 йылдан кәм түгел.Быйыл Башҡортостанда 25 автомобиль күперен төҙөү һәм реконструкциялау яһаласаҡ объекттар Дүртөйлө, Краснокама, Баймаҡ, Туймазы, Бәләбәй, Мәсетле, Иглин, Өфө, Баҡалы, Бөрө, Мишкә һәм Илеш райондарында урынлашҡан.