-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Июль 2019, 17:07

Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләргә ипотеканы компенсациялау тураһында закон ғәмәлгә инде

Рәсәй Президенты Владимир Путин күп балалы ғаиләләргә ипотека кредиттарын 450 мең һум күләмендә өлөшләтә компенсациялауҙы күҙаллаған законға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин күп балалы ғаиләләргә ипотека кредиттарын 450 мең һум күләмендә өлөшләтә компенсациялауҙы күҙаллаған законға ҡул ҡуйҙы. 19 июндә Дәүләт думаһы тарафынан ҡабул ителгән һәм 26 июндә Федерация Советы хуплаған тейешле закон шаршамбы көндө хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында урынлаштырылған, тип хәбәр итә ТАСС.

Дәүләт ярҙамы 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем осорҙа өсөнсө һәм артабанғы балалары тыуған ғаиләләргә ҡағыласаҡ. Компенсация һалымдан азат ителәсәк.

Элегерәк хәбәр ителеүенсә, программаның операторы ДОМ.РФ буласаҡ. Түләүҙе алыу өсөн ғаиләләр кредит биргән банкка ғариза, стандарт документтар йыйылмаһы, шулай уҡ балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарын тапшырасаҡ. ДОМ.РФ кредит ойошмаһына заемсының кредитын өлөшләтә ҡаплауға үҙ иҫәбенән аҡса күсерәсәк, улар бюджеттан субсидиялау иҫәбенә ҡайтарыласаҡ. Шулай уҡ быйыл ипотеканы өлөшләтә ҡаплауға 30 мең Рәсәй ғаиләһе аҡса ала аласаҡ тип әйтелгәйне.

Яңылыҡ сығанағы: http://www.bashinform.ru
Читайте нас: