+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Июль 2019, 11:51

Милли проекттар: Лилиә Мәзитова Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы кәңәшмәһендә ҡатнашты

11 июлдә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Лилиә Мәзитова “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүлеккә ярҙам итеү”, “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларына ярҙам итеү” милли проекттарын, төбәк үҫеш программаларын, 2025 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының үҫеш Стратегияһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың ағымдағы торошо буйынса фекер алышты. Унда ҡатнашыусы предприятиеларҙы стимуллаштырыу саралары, айырып алғанда, һалым льготалары исемлеген киңәйтеү мөмкинлеге ҡаралды.

2025 йылға тиклем РФ үҫеш Стратегияһын башҡарыу йүнәлештәре буйынса фекер алыштылар. Макротөбәктең социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын әҙерләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу механизмдары, шулай уҡ РФ субъекттарының өҫтөнлөклө иҡтисади специализацияһын ҡулланыу ҡаралды.

Кәңәшмәне йомғаҡлап, ҡатнашыусылар ирекле дискуссия форматында төбәк үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Һүҙ социаль-иҡтисади үҫеш территориялары һәм иҡтисади зоналарҙың функциялауы тураһында барҙы.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: