+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июль 2019, 12:09

Башҡортостанда тау шыуыу курорты барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Белорет районындағы Мраткино тау шыуыу үҙәге тиҙҙән эре туристик үҙәккә әүереләсәген белдерҙе.

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Белорет районындағы Мраткино тау шыуыу үҙәге тиҙҙән эре туристик үҙәккә әүереләсәген, унда тау саңғыһы трассаларының оҙонлоғо 7,7 саҡрымдан 16,2 саҡрымға, ә йылына курортҡа килгән кешеләр һаны 70 меңдән 500 меңгәсә артасағын белдерҙе.-Беҙ Мраткиноға инвестор таптыҡ – был илебеҙҙә яҡшы билдәле “Садовое кольцо” компанияһы, - тип яҙҙы БР башлығы социаль селтәрҙәрҙә. – Был европа класындағы курорт буласаҡ. 3-4 йылдан һуң трассаларҙың һаны һәм оҙонлоғо ике тапҡырға артасаҡ, туристарҙы йыл әйләнәһенә йәлеп итеп торған нөктәләр барлыҡҡа киләсәк, ә иң мөһиме – республика иҡтисадҡа өҫтәмә яҡынса алты млрд һум аҡса аласаҡ.Шулай уҡ Хәбиров республиканың башҡа йүнәлештәр буйынса ла (Янғантау һәм Торатау геопарктарын, Бөрйән кластерын күҙ уңында тотоп) инвесторҙар көтөүен аңлатты.“Садовое кольцо” компанияһы Мраткинола ике ҡунаҡхана төҙөйәсәк. 150 урынға иҫәпләнгән өс йондоҙлоһонда балалар аквапаркы, ә 110 урынға иҫәпләнгән дүрт йондоҙлоһонда йылы асыҡ бассейн һәм спа-үҙәк буласаҡ. Шулай уҡ инвесторҙар 570 өс йондоҙло һәм 375 дүрт йондоҙло апартаменттар комплексын да төҙөйәсәк. Комплекс территорияһында скандинав йөрөүе өсөн ҙур трасса, 11 саҡрым ат маршруттары, балалар уйын трассалары, футбол, волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары урынлашасаҡ. Ҡышҡыһын тау һәм йүгереү саңғыларында шыуырға, һырғалаҡҡа барырға, тюбингтарҙа, санала шыуырға йәки ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөргә мөмкин буласаҡ. Йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында үҙәк ҡунаҡтары өсөн картинг, балалар аквапаркы, спа-комплекс һәм мунса, рельстарҙа бобслей һәм зипрайдер асыҡ буласаҡ.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыбашкортостан
#регпроектыбашкортостан
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: