+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июль 2019, 11:39

Рәсәй сүп реформаһы менән 40 йылға һуңға ҡалды

Рәсәй президентының тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Сергей Иванов һүҙҙәренә ҡарағанда, проблеманы хәл итеү өсөн эшкәртеү буйынса 200 завод төҙөргә кәрәк.

Рәсәй президентының тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Сергей Иванов һүҙҙәренә ҡарағанда, проблеманы хәл итеү өсөн эшкәртеү буйынса 200 завод төҙөргә кәрәк. Шулай уҡ Сергей Иванов рәсәйлеләр сүпте үҙ аллы сорттарға бүлһен өсөн уларҙы финанс яҡтан стимуллаштырырға тәҡдим итә.Сергей Иванов Рәсәй сүп түгеү проблемаһын артыҡ һуң хәл итә башланы тип һанай. “Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары тармағында реформа менән бер 40 йылға һуңға ҡалдыҡ”, - тигән ул “Вести 24” телеканалына интервьюһында.Ул реформаның тәүге һөҙөмтәләре тураһында тик сүп эшкәртеү комплекстары төҙөлгәндән һуң ғына һөйләп буласағын билдәләне. “Экология” милли проектына ярашлы, 200 тирәһе комплекс барлыҡҡа киләсәк.Шулай уҡ Сергей Иванов рәсәйлеләрҙе сүпте айырып йыйыуға стимуллаштырырға саҡырҙы. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бында финанс мотивация ярҙам итергә мөмкин. Әгәр ҙә кешеләр сүпте төрлө һауыттарға ташлай икән, улар тариф буйынса элекке кеүек бер һауытҡа ташлаусыларҙан әҙерәк түләргә тейеш.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 1 ғинуарынан хөкүмәт сүп сығарыу һәм үтилләштереү баҙарын реформалай башланы. 20 июндә үткән тура линия барышында Путин сүп реформаһы барышын шәхси контролгә аласағы тураһында белдерҙе. “Сүп бик үк матур тема булмаһа ла, мин уны ла тикшерәсәкмен”, - тине дәүләт башлығы. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, сүп проблемаһы иң киҫкендәрҙән һанала башланы: элегерәк илдә сүпте эшкәртеү тураһында уйламағандар, шуға бәйле полигондарҙа ҡалдыҡтар тиҫтәләгән йылдар буйына йыйылды.
Яңылыҡ сығанағы: https://ria.ru
Нина Зотина фотоһы (РИА Новости).
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыбашкортостан
#владимирпутин
Читайте нас: