+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Июль 2019, 11:26

Башҡортостанда милли проект буйынса электрон дәүләт хеҙмәттәре сифатын мониторингылау системаһын индерәсәктәр

Башҡортостанда “”Цифрлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә электрон дәүләт хеҙмәттәре сифатын мониторингылау, контролләү һәм үҫтереү системаһын индерәсәктәр.

Башҡортостанда “”Цифрлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә электрон дәүләт хеҙмәттәре сифатын мониторингылау, контролләү һәм үҫтереү системаһын индерәсәктәр. Ул 2021 йыл аҙағында эшләй башлаясаҡ, тип хәбәр итте республиканың мәғлүмәтләндереү буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтендә.“РФ Цирфлы иҡтисад” милли проектының “Цифрлы дәүләт идараһы” төбәк проектына дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрен электрон төрҙә күрһәтеүҙең сифатын мониторингылау, контролләү һәм үҫтереү берҙәм мәғлүмәт системаһын индереү буйнса мәсьәлә индерелде. Мониторингылау системаһын булдырыу һәм уны индереү ваҡыты – 2021 йыл аҙағы”, - тип хәбәр ителә.РАНХиГС мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан бөтә өҫтөнлөклө дәүләт хеҙмәттәрен дә электрон төргә күсергән ун Рәсәй төбәге исемлегенә инде. Мониторингылау системаһы уларҙы күрһәтеүҙең сифатын тикшерергә мөмкинлек бирәсәк, тип һанайҙар дәүләт комитетында. “Индереләсәк мониторингылау системаһы статистик мәғлүмәттәр, мәҫәлән, хеҙмәт күрһәтеүҙән баш тартыуҙар өлөшө, хеҙмәттәр күрһәтеүҙең регламентланған ваҡытын боҙоу, башҡарма власть федераль органдары – Пенсия фонды, Росреестр, Суд приставтары федераль хеҙмәте һәм башҡалар һорауҙары буйынса яуап биреү ваҡытын боҙоу кеүек мәғлүмәттәр булдырыуға йүнәлтелгән”, - тип өҫтәнеләр мәғлүмәт хеҙмәтендә.Дәүләт хеҙмәттәре порталы эшен тестлау мониторингылау системаһының айырым режимы буласаҡ.Бөтәһе Владимир Путиндың майҙағы указдарына ярашлы билдәләнгән 12 милли проектты үтәүгә республикаға 170,6 млрд һум аҡса бүләләр.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыбашкортостан
#владимирпутин
Читайте нас: