Башҡортостанда беренсе ярты йыллыҡта милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль һәм төбәк бюджеттарынан яҡынса 30 млрд һум йүнәлтәсәктәр. Был турала Республика хөкүмәте ултырышында хәбәр иттеләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле төбәктә 58 милли проект үтәлә, уларҙы финанслау күләме 2024 йылға тиклем 170 млрд һумдан ашыу буласаҡ .
Ағымдағы йылдың июль айына ҡарағанда, “Демография” һәм “Мәғариф” милли проекттары иң уңышлылары булып тора. Һары зонала – “Сәләмәтлекте һаҡлау” һәм “Мәҙәниәт” милли проекттары.
Яңылыҡ сығанағы: ГТРК «Башкортостан»