+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июль 2019, 11:13

Башҡортостан цифрлы иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса пилот төбәге булды

2019 йылда төбәк уҡытыуға 1 мең сертификат аласаҡ, тип хәбәр иттеләр үткән йомала республиканың мәғлүмәтләндереү буйынса дәүләт комитетының мәғлүмәт хеҙмәтендә.

2019 йылда төбәк уҡытыуға 1 мең сертификат аласаҡ, тип хәбәр иттеләр үткән йомала республиканың мәғлүмәтләндереү буйынса дәүләт комитетының мәғлүмәт хеҙмәтендә.

“Республика персональ цифрлы сертификаттар буйынса халыҡты түләүһеҙ уҡытыу моделен ҡулланып ҡарау өсөн биш пилот төбәгенең береһе булды. Йыл буйына Башҡортостанға һәр береһе 15 меңгә тиклем номинал менән 1000 сертификат биреләсәк. Кешеләр “Цифрлы иҡтисад” милли проекты буйынса бүленгән федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә уҡытыласаҡ”, - тип хәбәр итәләр мәғлүмәт хеҙмәтендә.

Программа буйынса уҡытыу менән республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары, колледждары, төбәктең эре предприятиеларының өҫтәмә һөнәри белем биреү үҙәктәре шөғөлләнәсәк. Ҡатнашыусылар документ менән раҫланған көнүҙәк белемдәр алырға тейеш. Уҡыуға сертификатты 16 йәштән пенсия йәшенә тиклемге урта йәки юғары һөнәри белеме булған кешеләр, шулай уҡ студенттар ала ала.

“РФ цифрлы иҡтисады” милли проекты 2024 йылға тиклем эшләнгән һәм үҙ эсенә цифрлы мөхитте норматив көйләү, мәғлүмәт инфраструктураһы, цифрлы иҡтисад өсөн кадрҙар, мәғлүмәти хәүефһеҙлек, цифрлы технологиялар һәм цифрлы дәүләт идараһы тигән алты федераль проектты алған. Яҡындағы алты йылға милли проектты финанслау күләме – 1,5 трлн һумдан ашыу.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: https://futurerussia.gov.ru
Читайте нас: