-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июль 2019, 11:06

Путин әҙ килемле ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә әҙ килемле ғаиләләрҙе дөйөм милек итеп һаҡлау шарты менән торлаҡ менән тәьмин итеү механизмдарын эшләргә ҡушты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә әҙ килемле ғаиләләрҙе дөйөм милек итеп һаҡлау шарты менән торлаҡ менән тәьмин итеү механизмдарын эшләргә ҡушты. Кремлдең мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бындай йөкләмә торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса ҡануниәт һәм дәүләт башлығы ҡарарҙары үтәлешен тикшереү һөҙөмтәләре буйынса бирелгән.“РФ хөкүмәтенә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм 2024 йылға торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу маҡсатында әҙ килемле граждандарҙы дөйөм милек итеп һаҡлау шарты менән торлаҡ менән тәьмин итеүҙең өҫтәмә механизмдарын эшләүҙе тәьмин итергә”, - тиелә документта.Был йөкләмәне үтәү ваҡыты – 2019 йылдың 10 октябре.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыбашкортостан
#владимирпутин
Читайте нас: