+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июль 2019, 11:19

Милли проект алыҫ ауылдар халҡына ярҙам итә

Башҡортостандың Сәләмәтлекте һаҡлау министрлығы һәм республика кардиология үҙәге “Сәләмәтлекте һаҡлау” милли проектына ингән “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш” төбәк программаһын тормошҡа ашырыуға тотондо.

Башҡортостандың Сәләмәтлекте һаҡлау министрлығы һәм республика кардиология үҙәге “Сәләмәтлекте һаҡлау” милли проектына ингән “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш” төбәк программаһын тормошҡа ашырыуға тотондо. Уны башлау республикала үлем осраҡтарының яртыһы тиерлек ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре арҡаһында булыуына бәйле, тип хәбәр иттеләр уҙған кесаҙнала ведомствоның мәғлүмәт хеҙмәтендә.

Программа медицина учреждениеларының ангиографтар, компьютер һәм магнит томографтары һатып алыуҙары иҫәбенә диагностика һәм дауалау ысулдарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, ул алыҫ ауылдар халҡына медицина ярҙамының ҡулайлығын арттырыуҙы күҙаллай. Сәләмәтлекте һаҡлау министрлығында программаның 2024 йылға миокард инфарктынан һәм ҡан әйләнеше сирҙәренән үлем осраҡтары һанын кәметер, тип өмөтләнәләр. Әле хеҙмәткә һәләтле йәштәге кешеләр араһында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән йышыраҡ ир-аттар вафат була. Уларҙа был күрһәткес ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк, тип өҫтәйҙәр мәғлүмәт хеҙмәтендә.

“Сәләмәтлекте һаҡлау” милли проекты 2024 йылға тиклем хеҙмәткә һәләтле йәштәге кешеләрҙең үлем осраҡтары күрһәткесен кәметеүҙе (100 мең кешегә 350 осраҡҡа тиклем), беренсел медик-санитар ярҙамы күрһәтеүсе медицина ойошмаларындағы кадрҙар дефицитын бөтөрөүҙө, бөтә граждандарға ла йылына кәм тигәндә бер тапҡыр профилактика медицина тикшереүе үткәреүҙе күҙаллай. Милли проектты тормошҡа ашырыуға Рәсәй Федерацияһында 2019-2024 йылдарҙа 1,7 трлн һум тотоноу планлаштырыла.
#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан



Читайте нас: