+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июль 2019, 11:36

Путин ипотека буйынса беренсе түләүгә субсидия бирергә тәҡдим итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә граждандарға ипотека буйынса беренсе түләүгә йәки процент ставкаһын компенсациялауға бер тапҡыр бирелеүсе субсидия биреү мөмкинлеген эшләргә ҡушты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә граждандарға ипотека буйынса беренсе түләүгә йәки процент ставкаһын компенсациялауға бер тапҡыр бирелеүсе субсидия биреү мөмкинлеген эшләргә ҡушты.
“Бюджет аҡсалары иҫәбенә граждандарға ипотека (торлаҡ) кредиттары буйынса беренсе түләүгә йәки процент ставкаһын компенсациялауға бер тапҡыр субсидиялар биреү кәрәклеге тураһында тәҡдимдәр индерергә. Ваҡыт – 2019 йылдың 1 сентябре”, - тиелә Кремль сайтындағы хәбәрҙә.
Элегерәк Путин шулай уҡ хөкүмәткә әҙ килемле ғаиләләрҙе милеккә бирмәй генә торлаҡ менән тәэмин итеү юлдарын эшләргә ҡушҡайны.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты 2024 йылға торлаҡ төҙөлөшө күләмен йылына 120 миллион квадрат метрға тиклем еткереүҙе, биш миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы күҙаллай.
Бынан тыш, уртаса ипотека ставкаһын 8 проценттан кәмерәк кимәлгә тиклем төшөрөү, ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу планлаштырыла.
2024 йыл аҙағына тиклем милли проектты тормошҡа ашырыуға яҡынса триллион һум тотоноу планлаштырыла. Был сумманың 90 проценты федераль бюджеттан бүленәсәк.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыбашкортостан
#владимирпутин
Читайте нас: