-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июль 2019, 11:27

Торлаҡ өсөн аҡса йыйыу программаһында ҡатнашыусылар һаны Башҡортостанда ике йылда ун тапҡырға артҡан

Торлаҡ өсөн аҡса йыйыу программаһында ҡатнашыусылар һаны Башҡортостанда 2019 йылдың дүрт айы эсендә өс меңдән ашыу кешегә артҡан.

Торлаҡ өсөн аҡса йыйыу программаһында ҡатнашыусылар һаны Башҡортостанда 2019 йылдың дүрт айы эсендә өс меңдән ашыу кешегә артҡан. Был быға тиклемге ике йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда ун тапҡырға күберәк. Шулай итеп, бөгөнгә унда 6,5 мең кеше ҡатнаша, уларҙың 1,6 меңе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, тип хәбәр итәләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының мәғлүмәт хеҙмәтендә.

Программа “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уны финанслау 2,5 тапҡырға – йылына 235 млн һумға тиклем арттырылған. 2018 йылда был маҡсатҡа 106 млн һум бүленгәйне. 2017 йылдан башлап был программа буйынса торлаҡ шарттарын 1600-ҙән ашыу ғаилә яҡшыртты.

Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса йыйыу программаһы 2014 йылдан бирле башҡарыла. Унда 18 йәше тулған, 3-6 йыл буйы банк вкладтарында аҡсалары йыйылып барған республика кешеләре ҡатнаша ала. Артабан улар льготалы ставка буйынса ипотека кредиты алырға хоҡуҡлы. Төбәк властары шулай уҡ программала ҡатнашыусыларға ай һайын индерелгән сумманың 30 проценты күләмендә субсидия бирә.

2024 йылға тиклем ипотека буйынса ставканың 7,9 процентҡа тиклем төшөүе “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының маҡсаттарының береһе булып тора. Шул уҡ ваҡытта беренсел баҙарҙа торлаҡ һатып алыуға бирелгән кредиттар һаны 2024 йылға 1,13 млн һум тәшкил итергә тейеш. Был проект сиктәрендә ипотека ҡиммәтле ҡағыҙҙары баҙарын үҫтереү, торлаҡ кредитлауын электрон төргә күсереү, шулай уҡ торлаҡ төҙөлөшөн финанслауҙың яңы системаһын үҫтереү планлаштырыла.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: https://futurerussia.gov.ru
Читайте нас: