+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Июль 2019, 12:09

Башҡортостанда милли проекттар нисек тормошҡа ашырыла?

Уҙған аҙнала республика башлығы милли проекттар буйынса комитеттың ултырышын үткәрҙе. Унда федераль программаларҙың Башҡортостанда тормошҡа ашырылыуы ҡаралды.

Уҙған аҙнала республика башлығы милли проекттар буйынса комитеттың ултырышын үткәрҙе. Унда федераль программаларҙың Башҡортостанда тормошҡа ашырылыуы ҡаралды. Төбәк үҫешендә өҫтөнлөклө йүнәлештәр асыҡланды. Был мәғариф, демография, сәләмәтлекте һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәһендәге проекттар. Быйыл хөкүмәт яҡынса 20 мәктәп һәм балалар баҡсаһы, бер нисә балалар медицина учреждениеһы, ауылдарҙа дүрт мәҙәниәт йорто һәм 22 ФАП асырға планлаштыра.Башҡортостан үҫешендәге мөһим йүнәлеш – медицина. Дауаханаларҙа иҫкергән йыһаздарҙы алмаштырасаҡтар. Яңы аппараттар йөрәк-ҡан тамырҙары үҙәктәренә, онкодиспансерға, балалар поликлиникаларына ҡайтартыласаҡ. Был учреждениеларҙы юҡҡа ғына һайламағандар, статистикаға ҡарағанда, йөрәк сирҙәре һәм онкология – Башҡортостан халҡының үлем сәбәптәренең лидерҙары. Шулай уҡ күп профилле дауаханаларҙа тағы ла дүрт онкология үҙәге асыласаҡ.Үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү өсөн төбәктең 133 мәктәбендә матди-техник базаны яңыртасаҡтар.“Демография” милли проекты сиктәрендә һигеҙ меңгә яҡын ғаилә тәүге, өсөнсө һәм артабанғы балалары өсөн түләүҙәр ала.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыбашкортостан
#регпроектыбашкортостан
Яңылыҡ сығанағы: https://tv.rbsmi.ru
Читайте нас: