+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Июль 2019, 12:14

Путин милли проекттар өсөн кәрәкле булған федераль закондарҙы ҡабул итеү ваҡытын билдәләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә 2019 йылдың 15 декабренә тиклем ҡуйылған милли проекттарҙы үтәү өсөн кәрәк булған федераль закондарҙы ҡабул итеүҙе тәьмин итергә ҡушты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә 2019 йылдың 15 декабренә тиклем ҡуйылған милли проекттарҙы үтәү өсөн кәрәк булған федераль закондарҙы ҡабул итеүҙе тәьмин итергә ҡушты.

Билдәләнгән ваҡытты үтәү буйынса яуаплы итеп премьер-министр Дмитрий Медведевты тәғәйенләне.

Был йөкләмә июль башында президенттың хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһе йомғаҡтары буйынса эшләнде.

2018 йылдың май айындағы указдары менән Владимир Путин хөкүмәткә 2024 йылға тиклем 13 милли проектты тормошҡа ашырырға ҡушты. Улар буйынса сығымдар суммаһы 25,01 трлн һум тәшкил итә, милли проекттар 2019 йылдан 2024 йылға тиклем эшләнергә тейеш.

Иң күп сығымдар онкология программаһы, дәүләт секторын һәм мәктәптәрҙе һанлы элемтә каналдары менән тәьмин итеү, башҡала булмаған ҡалаларҙа юлдарҙы ремонтлау, “һанлы дәүләт” өсөн программа тәьмин ителешен инвестициялау буйынса планлаштырылған.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#владимирпутин


Яңылыҡ сығанағы: www.gazeta.ru

Фото: www.kremlin.ru
Читайте нас: