+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Июль 2019, 11:48

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды Башҡортостандың граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн финанс ярҙам биреүгә заявкаһын хупланы

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды Башҡортостан Республикаһының граждандарҙың 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендәге тип табылған торлаҡтан күсереү өсөн финанс ярҙам биреүгә заявкаһын хуплаған.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды Башҡортостан Республикаһының граждандарҙың 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендәге тип табылған торлаҡтан күсереү өсөн финанс ярҙам биреүгә заявкаһын хуплаған. Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондынан 282,42 млн һум аласаҡ. Финанслашыу тәртибендә төбәк 63,4 млн һум өҫтәйәсәк. Был аҡсалар 10 муниципаль берләшмә территорияһында дөйөм майҙаны 8,38 мең квадрат метр булған авария хәлендәге 206 торлаҡтан 666 кешене күсереүгә йүнәлтеләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә авария хәлендәге торлаҡтан 2500-ҙән ашыу граждан күсереләсәк. 2019-2024 йылдарға авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программа раҫланды. Ул мохтаж ғаиләләргә 923 фатир тапшырырға мөмкинлек бирәсәк. Йәшәү өсөн яраҡһыҙ булған торлаҡтан ғаиләләрҙе күсереүгә бюджеттан 1,6 млрд һум бүленә. Программаға 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә һәм һүтелергә тейешле тип табылған күп фатирлы йорттар индерелгән.

Программаны финанслауҙың дөйөм күләме 1649,22 млн һум, шул иҫәптән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ярҙам фондынан 1346,87 млн һум, Башҡортостан Республикаһы бюджеты аҡсаһы – 27,48 млн һум, муниципаль берләшмәләр бюджеты аҡсаһы – 274,87 млн һум.

2008-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн Фонд аҡсаһы иҫәбенән 9,17 млрд һум бүленгәйне.

Финанслашыу тәртибендә төбәк 10,04 млрд һум өҫтәне. Был аҡсалар дөйөм майҙаны 560,06 мең квадрат метр булған 14527 авария хәлендәге торлаҡтан 40845 кешене күсереүгә йүнәлтелде.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Источник новости: https://building.bashkortostan.ru
Читайте нас: