+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Июль 2019, 10:59

Республика “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының маҡсатлы күрһәткестәрен арттырып үтәйәсәк

Башҡортостанда 2019 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 13 процентҡа артҡан.

Башҡортостанда 2019 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 13 процентҡа артҡан. Бындай темптар менән республика “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының маҡсатлы күрһәткестәрен арттырып үтәйәсәк, тип белдерҙеләр Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.

“Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостанда 987 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды, был үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 13 процентҡа артығыраҡ. Башҡарылған төҙөлөш эштәре күләме 3,7 процентҡа артты. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса күҙалланған күрһәткес 2 млн 100 мең квадрат метр торлаҡ тәшкил итә. Тимәк, планлаштырылған торлаҡ майҙандарының яртыһы тиерлек файҙаланыуға тапшырылған”, - тип хәбәр итәләр Дәүләт комитетында.

Бөтәһе республика буйынса төҙөлөш стадияһында 5,8 млн квадрат метр күп фатирлы йорт. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты талаптары буйынса 2019 йылға күрһәткес 5,3 млн квадрат метр булырға тейеш, тип өҫтәйҙәр ведомствола. Планды арттырып үтәүҙе комитетта өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндәге эскроу-иҫәптәр файҙаланыу ҡағиҙәләрен индереү менән бәйләйҙәр.

“1 июлдән 214-се “Өлөшләтә төҙөлөш тураһында” Федераль законына үҙгәрештәр индерелде, улар өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың аҡсаларын файҙаланыуҙы сикләй. Шуға бәйле, төҙөүселәр объекттарҙы әҙерлек стадияһына еткерергә ашыға”, - тип билдәләнеләр ведомствола.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе ярты йыллыҡта торлак биналарын файҙаланыуға тапшырыу буйынса икенсе һәм торлаҡты бер кеше иҫәбенә файҙаланыуға индереү буйынса бишенсе урында.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты “Торлаҡ”, “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ булған торлаҡ фондын тотороҡло бөтөрөүҙе тәьмин итеү”, “Ипотека”, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” тигән дүрт федераль проекттан тора. Проект 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән һәм шул иҫәптән 2020 йылға 120 млн квадрат метр торлаҡ төҙөүҙе күҙаллай. Бөтә сығанаҡтарҙан да финанслауҙың дөйөм күләме – 1 трлн һумдан ашыу (2024 йылға тиклем).
#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан
Читайте нас: