Бөтәһе Рәсәй Почтаһы һәм Рәсәй Йәмәғәт телевидениеһы ойошторған гуманитар акция башланғандан бирле рәсәйлеләр 13 меңдән ашыу посылка ебәргән.
Посылкаларҙа тәү сиратта шәхси гигиена саралары һәм тиҙ боҙолмаусы аҙыҡ-төлөк продукттары ебәрәләр. Республиканың бөтә почта бүлексәләрендә лә түләүһеҙ ебәреүгә шәхси гигиена саралары (шампундәр, теш пастаһы, теш щеткалары, һабын һ.б.); йыуыу һәм дезинфекциялау саралары; урын-ер кәрәк-ярағы; кейем һәм аяҡ кейеме; таҫтамалдар, мендәрҙәр, юрғандар; тиҙ боҙолмаусы аҙыҡ-төлөк продукттары; кеҫә телефондары ҡабул ителә.
Ҡулланылышта булған әйберҙәр ебәреү рөхсәт ителмәгәнлеген иҫәпкә алырға кәрәк. Гуманитар ярҙам менән посылкалар ныҡлы төрөлгән булырға тейеш. Посылкаларҙы ебәреү адресы: Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһенең Иркутск бүлексәһе. 664005, Иркутск өлкәһе, Иркутск ҡалаһы, 2-се Тимер юл урамы, 9А. Посылкала “Гуманитар ярҙам” тип яҙырға кәрәк. Ебәреүсегә чек бирелә, уның һаны буйынса Рәсәй Почтаһында йәки мобиль ҡушымтала гуманитар йөктөң йүнәлешен ҡарарға мөмкин.