+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Август 2019, 10:52

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта быйыл 760 млн һумға ете яңы юл төҙөйәсәктәр

Төбәктең эре ҡалаларында ете яңы юл төҙөйәсәктәр, тип хәбәр итте хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Дәүләт төҙөлөш һәм архитектура комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин.

Төбәктең эре ҡалаларында ете яңы юл төҙөйәсәктәр, тип хәбәр итте хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Дәүләт төҙөлөш һәм архитектура комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин. Был объекттарҙы төҙөү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса 671,3 млн һумға финанслана. Республика бюджеты 91,5 млн һум өҫтәне.

Әлеге ваҡытта алты контракт төҙөлгән. Етенсеһе сметаны ҡайтанан иҫәпләү арҡаһында төҙөлмәгән.

Контракттарға ярашлы, эштәр ағымдағы йылдың аҙағына тиклем башҡарылырға тейеш.
#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан
Яңылыҡ сығанағы: http://www.bashinform.ru
Читайте нас: