+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Август 2019, 11:10

Китаптарҙы һанлы төргә күсерәсәктәр

Ә.З. Вәлиди исемендәге милли китапхана 2024 йылға “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 600 китапты һанлы төргә күсерәсәк.

Ә.З. Вәлиди исемендәге милли китапхана 2024 йылға “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 600 китапты һанлы төргә күсерәсәк. Йыл һайын Милли электрон китапханаға урынлаштырыу өсөн 100-әр экземплярҙы һанлы форматҡа күсереү планлаштырыла.

Быйыл Милли китапхананың “Китап һәйкәлдәре” бүлегендә ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге XX быуат башында баҫтырылған крайҙы өйрәнеү характерындағы 100 һәм дәүләт йөкләмәһен үтәү сиктәрендә 50-гә яҡын китапты урынлаштырасаҡ. Был Мәжит Гафуриҙың, Шәйехзада Бабичтың, Дауыт Юлтыйҙың һәм башҡа яҙыусыларҙың тәүге баҫтырылған китаптары. Шулай уҡ Башҡортостан халҡы телдәрен, мәҙәниәтен, көнкүрешен үҫтереү тураһында һөйләүсе әҙәбиәт тә урын аласаҡ. Әлеге ваҡытта сканерлау аша үтеүсе китаптарҙың бер өлөшө Театр йылына бағышланған һәм республикабыҙҙа театрҙың булдырылыуы тураһында һөйләй.

Ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлегендә ғалимдарҙың ҡыҙыҡһыныуын уятыусы крайҙы өйрәнеү характерындағы 20 меңгә яҡын баҫма һаҡлана. Уларҙың күпселеге ул ваҡытта ҡулланылған ғәрәп графикаһында һәм латиницала баҫтырылған, әммә уларҙың бик ҙур фәнни потенциалы бар.
#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан
Яңылыҡ сығанағы: https://futurerussia.gov.ru
Читайте нас: