+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Август 2019, 16:46

Иң матур ауыл ҡайҙа?

БР Муниципаль берләшмәләр ассоциацияһы “Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы” конкурсын иғлан итте.

Конкурс Башҡортостан Республикаһы ауылдарында урындағы үҙидараның һәм территориаль йәмәғәт үҙидараһының үҫешенә ярҙам итеү, гражданлыҡ әүҙемлеген арттырыу, урындағы инициативаларҙы стимуллаштырыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү кимәлен һәм ауыл ерендәге халыҡтың тормош сифатын арттырыу, граждандарҙы патриотик тәрбиәләү, ауыл тормошон популярлаштырыу, ауыл биләмәләренең туристик яҡтан йәлеп итеүҙәрен үҫтереү маҡсатында үткәрелә.

1 августан заявкалар ҡабул ителә башланы. Заявкаларҙы “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берләшмәләр советы” Ассоциацияһы башҡарма аппаратына Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, 221-се кабинет адресы буйынса тапшырырға кәрәк. Бөтә һорауҙар буйынса ла 8 (347) 280-85-09, (347) 280-81-82 телефондарына шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас: