29 июлдә Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әгәр ҙә контроль территорияларында төҙөкләндереү эштәре өсөн түләү барышында етешһеҙлектәр асыҡланһа, район башлыҡтары менән “уйлап та тормай хушлашасағы” тураһында белдерҙе. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министр урынбаҫары-Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляевтың республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу тураһындағы доклады барышында төбәк етәксеһе Дәүләкәндә Карл Маркс урамы, 6-сы йорт подъездарының береһендә төҙөкләндереү эштәренең ҡәнәғәтләнерлек булмауын билдәләне. “Кеше подъездан сыға ла, бейеклеге 20 см булған бордюрға килеп терәлә. Бына был һылап ҡуйған нимә – йәнәһе лә инвалидтар өсөн, йәнәһе лә уңайлы мөхит”, -тине Хәбиров.
Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының һүҙҙәренә ҡарағанда, ошондай моменттар башлыҡтарҙың уңайлы мөхит булдырыу буйынса проблема менән етди шөғөлләнеүендә шик тыуҙыра.
Төбәк етәксеһе кешеләрҙән улар менән төҙөкләндереү буйынса фекер алыштылармы тип һорауын, уларҙың бертауыштан “юҡ” тип әйтеүен дә белдерҙе.
Радий Хәбиров хәҙер район башлыҡтарына бөтә төҙөкләндереү программалары буйынса ла тик Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тикшереү үткәргәс кенә түләргә ҡушты.