Алты йыл эсендә үҙәк һыу менән тәьмин итеү системаһындағы һыу норматив талаптарға ярашлы булмаған Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнарен, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы территорияларында 29 һыу менән тәьмин итеү объектын төҙөү, реконструкциялау йәки модернизациялау планлаштырыла. Программаны тормошҡа ашырыу республиканың 45 ауылындағы 200 меңгә яҡын кешене сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең мәғлүмәт хеҙмәте. Был маҡсаттарға Башҡортостанда 2024 йылға тиклем федераль бюджет иҫәбенән 4 миллиардтан ашыу аҡса йәлеп ителәсәк, төбәк бюджеттан финанслашыу кимәле 2 процент буласаҡ.