+27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Август 2019, 11:56

Путин кешеләрҙе диспансеризацияға алыҫҡа ебәрмәүҙәрен талап итте

Рәсәй Президенты граждандарҙың диспансеризацияһы реаль һәм уңайлы булырға тейешлеген, кешеләрҙе алыҫҡа ебәрмәҫкә кәрәклеген билдәләне.

Бындай талапты Рәсәй Президенты Сахалин өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Валерий Лимаренко менән осрашыуы барышында яңғыратты. Ул граждандарҙың диспансеризацияһы реаль һәм уңайлы булырға тейешлеген, кешеләрҙе алыҫҡа ебәрмәҫкә кәрәклеген билдәләне. Уны үткәреү өсөн мобиль комплекстар файҙаланырға ҡушты.

“Комплекстар уларһыҙ тикшереү үтеп булмаған ерҙәрҙә булырға тейеш. Ә нимәнелер яңынан төҙөп йәки тергеҙеп була икән, төҙөргә һәм тергеҙергә кәрәк. – тине дәүләт башлығы. – Бәлки, сәләмәтлек һаҡлау маҡсаттарына тура килмәгән, иҫкергән биналарҙың профилен үҙгәртергәлер, ҡайҙалыр яңыларын төҙөргәлер. Тик иҫкеләрен яңы биналар төҙөлгәс кенә ябырға кәрәк. Улар алдан ябылырға тейеш түгел”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт алты йыл буйына Рәсәй Президентының милли проекттарын тормошҡа ашырыуға 28 триллион һум бүләсәк. Республикабыҙ 170,6 млрд һум аласаҡ, шул иҫәптән быйыл – 34,2 млрд һум. Был аҡсалар, тәү сиратта, сәләмәтлек һаҡлау өлкәһенә йүнәлтеләсәк. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләүенсә, был алға аҙым яһау мөмкинлеге.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: https://tass.ru (Эдуард Живитченко)

Фото: Алексей Дружинин/пресс-служба президента РФ/ТАСС
Читайте нас в