+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Август 2019, 11:13

Башҡортостанда тағы ла дүрт предприятие мәшғүллеккә ярҙам итеү милли проектында ҡатнаша

“Эш етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының дүрт предприятиеһы менән килешеүҙәр төҙөлдө.

“Эш етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының дүрт предприятиеһы менән килешеүҙәр төҙөлдө. Был турала төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итә.

Беренсе компания – “Лайнер” йәмғиәте. Нефть-геофизик йыһаздар етештереү баҙарында һөҙөмтәле үҫешеүсе предприятие булып тора. Икенсе – “Пакер” Фәнни-етештереү фирмаһы. Скважина эсендәге ер аҫты йыһаздарын эшләү, етештереү, Рәсәйҙең һәм яҡындағы сит илдәрҙең нефть-газ комплекстарының бөтәһен дә тиерлек ошо йыһаздар менән тәьмин итеү, уларҙы сервис хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә. Өсөнсө предприятие – “НПП ОЗНА-Инжиниринг” йәмғиәте – диверсификацияланған етештереү-инжиниринг Холдингы. Компания нефть-газ тармағы өсөн ҡарарҙар комплексын тормошҡа ашыра: нефть-газ йыһаздарын проектлай, етештерә, сервис хеҙмәтләндерә; нефть, газ һәм һыуҙы транспортлау тармағында инжиниринг яһай. Дүртенсе – “Сервис-Мастер” йәмғиәте (“Башнефтегеофизика” йәмғиәте филиалы), күп профилле сервис компанияһы. Махсус техниканы етештереү менән ремонтлауҙан башлап транспорт хеҙмәттәре күрһәтеүгә тиклем төрлө хеҙмәттәр күрһәтә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проектта ҡатнашыу сиктәрендә предприятиелар производство процестарын оптимизациялау буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге тармағында эксперттарҙың методологик ярҙамын ҡулланыу мөмкинлеген файҙалана аласаҡ.

Шулай итеп, әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан республика ойошмалары менән 31 килешеү төҙөлгән. Улар сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш индустрияһы предприятиелары. 2019 йылда милли проектты тормошҡа ашырыуға республиканың 50 предприятиеһын йәлеп итеү планлаштырыла.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Источник новости: https://economy.bashkortostan.ru/
Читайте нас: