Быға тиклем ай һайын түләү алыуға тик ғаиләнең бер ағзаһына килем төбәктәге эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумының бер ярым тапҡыр күләменән артмаған ғаиләләр генә хоҡуҡлы ине. Яңы документ түләүҙе күберәк рәсәйлеләргә алыу хоҡуғын бирәсәк: уны эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумынан ике тапҡырға кәмерәк күләмдә килеме булған ғаиләләр ала аласаҡ.