+27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Август 2019, 11:12

Башҡортостанда эш етештереүсәнлеген арттырыу өсөн “Процестар фабрикаһын” асасаҡтар

Төбәк властары алдында 2024 йылға эш етештереүсәнлеген 30 процентҡа арттырыу мәсьәләһе тора.

Төбәк властары алдында 2024 йылға эш етештереүсәнлеген 30 процентҡа арттырыу мәсьәләһе тора.

Эш процесын имитациялаған “Процестар фабрикаһы” “Эш етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты буйынса төбәк предприятиеларында эш етештереүсәнлеген арттырыу өсөн Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем барлыҡҡа киләсәк. Мәсьәлә – 2024 йылға тиклем базалы өлкәләрҙә эш етештереүсәнлеген 30 процентҡа арттырыу, тип хәбәр итте республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

“Был изделиелар етештереү буйынса производство ағымының имитацияһы. Унда хеҙмәткәрҙәр продукция йыйыу барышында реаль тәжрибә ала ала. Фабрика производствоның төрлө этаптарында юғалтыуҙарҙы асыҡларға һәм уларҙы бөтөрөргә мөмкинлек бирә. Был хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡсыл производство принциптарына өйрәтеүҙең бер элементы”, - тине ул.

Шул уҡ ваҡытта процестар фабрикаһын файҙаланып уҡытыу барышында әҙер продукция сығарыла. Уны булдырыу милли проект сиктәрендә финанслана, аҡсалар инструменттар, йыһаздар, методик материалдар һатып алыуға йүнәлтеләсәк, тип өҫтәне Фәхретдинов. “Милли проект сиктәрендә төбәк дөйөмләштерелгән фабрика булдырыу мөмкинлеген ала, унда бөтә ҡатнашыусылар ҙа бушлай уҡый аласаҡ”, - тип билдәләне ул.

“Процестар фабрикаһын” булдырыу өсөн бер нисә майҙан ҡарала. Проект йыл аҙағына тиклем тормошҡа ашырыласаҡ. Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2019 йылда республика федераль бюджеттан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 112,5 млн һум аҡса аласаҡ. 2024 йылға тиклем төбәк эш етештереүсәнлеген 30 процентҡа арттырырға тейеш, бының өсөн милли проектҡа 196 предприятиены индерергә, 1661 хеҙмәткәрҙе уҡытырға кәрәк буласаҡ.
#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан
Яңылыҡ сығанағы: https://futurerussia.gov.ru/
Читайте нас в