+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Август 2019, 11:20

Технопарктар, оҫтаханалар, һанлы уҡытыу: Башҡортостанда “Мәғариф” милли проектына күпме аҡса сарыф ителәсәк?

“Мәғариф” милли проектын 2018 йылда Рәсәй президенты Владимир Путин раҫлағайны.

“Мәғариф” милли проектын 2018 йылда Рәсәй президенты Владимир Путин раҫлағайны.

Ул Рәсәй мәғарифының глобаль конкуренцияға һәләтлелеген, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының дөйөм мәғариф сифаты буйынса 10 алдынғы ил иҫәбенә инеүен тәьмин итергә тейеш.

Бөтә мәктәптәрҙә лә яңы уҡытыу һәм тәрбиәләү алымдары, мәғариф технологиялары индереләсәк, улар балаларҙың уҡыуға йәлеп ителгәнлеген арттырасаҡ.

Бынан тыш, уҡытыу алымдары үҙгәртеләсәк. 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренә тиклем милли проектты тормошҡа ашырыуға 17,5 млрд һум йүнәлтеләсәк.

Федераль бюджеттан 8,7 млрд, тупланған бюджеттан 8,3 млрд, Башҡортостан бюджетының райондар бюджетына бюджет-ара трансферттарҙан 1,2 млрд, район бюджеттарынан 50,6 млн һум бүленәсәк.

“Мәғариф” милли проекты составында – һигеҙ төбәк проекты: “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы”, “Балалары булған ғаиләләргә ярҙам”, “Һанлы мәғариф мөхите”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”.
#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан
Яңылыҡ сығанағы: http://www.bashinform.ru/
Читайте нас: