+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Август 2019, 11:42

2024 йылға Башҡортостан сеймал булмаған тауарҙар экспорты күләмен икеләтә арттырырға ниәтләй

2024 йылға Башҡортостан сеймал булмаған тауарҙар экспорты күләмен икеләтә – 3,83 млрд АҠШ долларына тиклем арттырырға ниәтләй.

2024 йылға Башҡортостан сеймал булмаған тауарҙар экспорты күләмен икеләтә – 3,83 млрд АҠШ долларына тиклем арттырырға ниәтләй.

Был күрһәткесте республика 2019 йылдың биш айында үткән йылдың ғинуар-май айҙары менән сағыштырғанда 14,4 процентҡа арттырыуға ирешкән һәм ул 701,7 млн доллар кимәленә еткән.

Элегерәк Башҡортостандың Тышҡы иҡтисад элемтәләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов хәбәр итеүенсә, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһынан экспортерҙар һанын яҡындағы биш йылда, кәм тигәндә, икеләтә – 1302-гә тиклем арттырыу планлаштырыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса эшләнгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу арҡаһында Башҡортостанда әлеге ваҡытта биш төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙың икеһен – “БР-ла экспортты үҫтереү” һәм “БР-ла хеҙмәттәр экспортын үҫтереү” проекттарын тормошҡа ашырыу һәм координациялау Башҡортостандың Тышҡы иҡтисад элемтәләре буйынса дәүләт комитетына беркетелгән.

“Экспортҡа продукцияны транспортировкалауға сығымдар өлөшөндә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын субсидиялау буйынса программа экспорт эшмәкәрлеген үҫтереүҙә бик мөһим. Программаны республика хөкүмәте быйыл тәүге тапҡыр ҡабул итте, әлегә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә уның аналогы юҡ. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 2019 йылға 40 млн һум аҡса бүленгән. Бөгөнгә туғыҙ компания компенсациялар алды. Түләүҙәрҙең суммар күләме 7 млн һум тәшкил итте”, - тине Руслан Мирсаяпов.

Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика сит илдәрҙә үҙенең вәкиллектәре селтәрен әүҙем булдыра. Төп маҡсат – Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү, төбәк предприятиеларының тышҡы баҙарҙарҙа урын алыуы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, июндә Австрияла Башҡортостандың рәсми вәкиллеге асылды. Йыл аҙағына тиклем ошондай уҡ вәкиллекте Төркиәлә асыу планлаштырыла.

“БР-ла хеҙмәттәр экспортын үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу иҫәбенә 2024 йылға Башҡортостан хеҙмәттәр экспорты күләмен 452 АҠШ долларына тиклем арттырырға ниәтләй.

2024 йылға тиклем төбәк проектын тормошҡа ашырыуға федераль һәм республика бюджеттарынан 100 млн һум аҡса бүләсәктәр.

Әлегә хеҙмәттәр экспорты менән шөғөлләнгән компанияларҙа анкеталау һөҙөмтәләре буйынса эксперттар артабанғы уңышлы үҫешеүгә ҡамасаулаған төп барьерҙарҙы билдәләне.

Төп барьерҙар иҫәбенә респонденттар ҡыҙыҡһындырған баҙарҙар тураһында аналитик мәғлүмәттәрҙең етмәүен, башҡа илдәрҙә контракттарҙы башҡарыусыларҙы һайлау процедураһының үтә күренмәле булмауын, шулай уҡ Рәсәй стандарттарының сит ил стандарттарына тура килмәүен билдәләгән.
#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан
Яңылыҡ сығанағы: http://allufa.ru/
Читайте нас: