+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Август 2019, 10:58

Быйыл көҙ Башҡортостанда интернетҡа 389 ФАП тоташтырыласаҡ

2019 йылдың 30 ноябренә тиклем Башҡортостанда интернетҡа 389 фельдшер-акушерлыҡ пунктты тоташтырыу планлаштырыла.

2019 йылдың 30 ноябренә тиклем Башҡортостанда интернетҡа 389 фельдшер-акушерлыҡ пунктты тоташтырыу планлаштырыла.

Был турала республика Хөкүмәтендә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә БР мәғлүмәтләндереү һәм “Асыҡ республика” системаһы эшләүе мәсьәләһе буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин белдерҙе.

Бөтәһе “Һанлы иҡтисад ” милли проекты сиктәрендә өс йыл эсендә ике меңдән ашыу сәләмәтлек һаҡлау объекты тоташтырыласаҡ.

Геннадий Разумикин билдәләүенсә, республиканың социаль мөһим объекттарын интернетҡа тоташтырыу буйынса электрон аукцион һөҙөмтәләре буйынса башланғыс хаҡ 2,5 млрд һум ине, потенциаль бюджет сығымдарын 1,7 млрд һумға тиклем кәметеп булды. Һөҙөмтәлә 2021 йылға Башҡортостанда интернетҡа өс меңгә яҡын социаль мөһим объект: ФАПтар, мәктәптәр, урындағы үҙидара органдары һ.б. тоташтырыласаҡ.

-Социаль мөһим объекттарҙы интернетҡа тоташтырғандан һуң төҙөлгән инфраструктураны ауылдарҙа физик һәм юридик заттар өсөн файҙаланыу планлаштырыла, - тип өҫтәне Геннадий Разумикин. – Тарифтар ауылдар һәм район үҙәктәре халҡы өсөн ҡулай буласаҡ.

“Рәсәй Федерацияһында һанлы иҡтисад” милли программаһы сиктәрендә республикала “Мәғлүмәти инфраструктура”, “Мәғлүмәти хәүефһеҙлек”, “Һанлы технологиялар”, “Һанлы дәүләт идараһы”, “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” тип аталған биш төбәк проекты тормошҡа ашырыла.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: https://glavarb.ru/rus/

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.


Читайте нас: