+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Август 2019, 12:11

Путин рус теле буйынса президент ҡарамағындағы Советтың составын раҫланы

Владимир Путин рус теле буйынса президент ҡарамағындағы Советтың составын раҫланы, ярашлы мәғлүмәт хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында урынлаштырылған.

Владимир Путин рус теле буйынса президент ҡарамағындағы Советтың составын раҫланы, ярашлы мәғлүмәт хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында урынлаштырылған.

Указға ярашлы, Советтың рәйесе итеп РФ президенты советнигы Владимир Толстой, рәйес урынбаҫары итеп Рәсәй Фәндәр академияһының Виноградов исемендәге рус теле Институты фәнни етәксеһе Александр Молдован, секретары итеп – Пушкин дәүләт музейы директоры Евгений Богатырев билдәләнгән.

Бынан тыш, Совет составына Телде өйрәнеү Институтының милли-тел мөнәсәбәттәре буйынса Фәнни-тикшеренеү үҙәге өлкән фәнни хеҙмәткәре Владимир Алпатов, Берләшкән гуманитар нәшриәттең баш редакторы Максим Амелин, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты деканы Елена Вартанова, Санкт-Петербург дәүләт университеты президенты Людмила Вербицкая, яҙыусы Игорь Волгин һәм башҡалар инде. Путин шулай уҡ Советтың ведомство-ара комиссияһының эшмәкәрлеге йүнәлештәрен раҫланы. Улар рус телен яҡлау һәм уға ярҙам итеү тармағында дәүләт сәйәсәте, уны сит илдәрҙә үҫтереү менән шғөлләнәсәк.

Икенсе ҡарары менән Путин Советтың президиумы советын раҫланы. Унда, айырып алғанда, Толстой, Молдован, Богатырев һәм Вартанова инде.


#владимирпутин


Яңылыҡ сығанағы: ria.ru
Читайте нас: