+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Август 2019, 11:59

Башҡортостанда “Демография” милли проекты сиктәрендә 45 балалар баҡсаһы төҙөйәсәктәр

“Демография” милли проекты сиктәрендә 2020 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда яҡынса 7 мең урынға иҫәпләнгән 45 балалар баҡсаһы төҙөйәсәктәр, тип хәбәр итте республиканың Хеҙмәт министрлығы башлығы Юрий Мельников.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, балалар баҡсаларын киләһе йылдың аҙағына төҙөп бөтөү планлаштырыла. Республика был маҡсатҡа федераль бюджеттан 2 млрд-тан ашыу аҡса аласаҡ.

“Башинформ” агентлығы элегерәк хәбәр итеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса эшләнгән “Демография” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда дүрт төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Улар араһында – “Балалары тыуғанда ғаиләләргә финанс ярҙам”, “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам итеү – өс йәшкә тиклемге балаларҙы мәктәпкәсә уҡытыу шарттарын булдырыу” һәм “Өлкән быуын”.

#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#владимирпутин

Яңылыҡ сығанағы: http://www.bashinform.ru/
Читайте нас: