Башҡортостандың “Эш етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүлеккә ярҙам” милли проектын үҙ аллы тормошҡа ашырыусы предприятиелары эксперттар йәлеп итеүгә 95 млн һум аҡса аласаҡ. Аҡсалар 16 компания араһында бүленәсәк, тип хәбәр итте республиканың тышҡы иҡтисад үҫеше министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
“Быйыл 50 ойошма “Эш етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүлеккә ярҙам” милли проекты ҡатнашыусыһы булырға тейеш. Уларҙың 18-е эш етештереүсәнлеген федераль компетенциялар үҙәге эксперттары, 16-һы – төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары ярҙамы менән арттырасаҡ, тағы ла 16-һы эксперттарҙы ситтән йәлеп итәсәк, улар милли проектты үҙ аллы тормошҡа ашыра. Ситтән белгестәрҙе йәлеп итеүгә 2019 йылға 95 млн һум аҡса бүленәсәк”, - тип һөйләне ул.
Әлеге ваҡытта милли проект буйынса һаҡсыл етештереү принциптарын үҙ аллы индереүсе предприятиелар һаны 12-гә етте. Улар ауыл хужалығы, химик производство, приборҙар төҙөү, инжиниринг кеүек төрлө өлкәләр. Ҡатнашыусылар араһында аҡсалар мохтажлыҡ буйынса бүленәсәк. “Һәр предприятиеның үҙ производство циклы, төрлө үҫеш кимәлдәре. Шуға ла бөтә үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә аласаҡбыҙ. Эксперттар етештереү процестарын оптималләштерергә, сығымдарҙы ҡыҫҡартырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ”, - тип билдәләне Фәхретдинов.
Министр урынбаҫары 2019 йылда милли проектҡа 50 предприятиены йәлеп итеү – минимум мәсьәләһе булыуын да өҫтәне. Ведомство маҡсатлы күрһәткесте арттырып үтәргә ниәтләй. Министрлыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әлеге ваҡытта республика хөүмәте менән һаҡсыл етештереү принциптарын индереү тураһында 31 предприятие килешеү төҙөгән.
“Эш етештереүсәнлеге һәм мәшғүлеккә ярҙам итеү” милли проекты 2017 йылдан башлап башҡарылыусы шундай уҡ исемле өҫтөнлөклө проекттың дауамы булып тора. Милли проекттың төп маҡсаты – иҡтисадтың эшкәртеү производстволары, ауыл хужалығы, транспорт һәм төҙөлөш кеүек тармаҡтарындағы урта һәм эре предприятиеларҙа эш етештереүсәнлеге үҫешен 2018 йылдағы 1,4 проценттан 2024 йылға 5 процентҡа тиклем арттырыу.