Республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылыусы “Торлаҡ төҙөлөшө тупланмалары” ипотека-туплау системаһы проекты Башҡортостан халҡына 5,5-7 процент менән ипотека кредиты алырға мөмкинлек бирә. БР ипотека-туплау механизмдары һәм программаларын үҫтереү буйынса дирекция етәксеһе Евгений Декатов бының өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге хаҡында һөйләне.
-Башҡортостан Республикаһы – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төбәк компоненты эшләнгән төбәктәрҙең береһе – бында “Башҡортостан Республикаһы ипотекаһы” программаһы ғәмәлдә. Ул урта килемле граждандарға партнер-банктарҙа өс-алты йыл буйына тәүге взносҡа аҡса йыйырға һәм республика бюджетынан иҫәпкә индерелгән аҡсаларҙың 30 проценты күләмендә субсидия алырға мөмкинлек бирә. Тимәк, һәр ун меңе өсөн программала ҡатнашыусы тупланмаларын премиялау төрөндә өсәр мең ала. Был тупланма тамамланғас, кеше, туплау ваҡытына ҡарап, 5,5-7 процент ставкаһы менән торлаҡ алыуға ипотека кредиты ала, - тип һөйләне Евгений Декатов.
Был программаның мөһим моменты – дәүләт лидерының 2024 йылға ипотека ставкаһын 8 проценттан түбәнерәк кимәлгә төшөрөү өлөшөндәге маҡсаттарының береһен үтәү.
-Башҡортостан Республикаһында ҡарар бар инде. Бынан тыш, “Ғаилә ипотекаһы” федераль программаһына ярашлы, икенсе балалары тыуғанда 5-6 процент менән арзан кредит алыу артынан мөрәжәғәт иткән ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам саралары эшләнә. Яҡын арала республика хөкүмәтенә “Торлаҡ төҙөлөшө тупланмалары” программаһына проект-өҫтәмәне раҫлауға индереү планлаштырыла. Ул йәш ата-әсәләргә, улар программа буйынса туплауҙарын тамамлап, торлаҡ һатып алһалар ҙа, республика бюджетынан өҫтәмә премия алырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай итеп, беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, ставка 5-6 проценттан 3-3,5 процентҡа тиклем төшәсәк, - тип өҫтәне ведомство етәксеһе.