+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Август 2019, 11:53

Путин: мәктәп уҡыусылары халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеүҙәре өсөн 1 млн һум аласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеү яулаған мәктәп уҡыусылары быйылдан башлап 1 млн һум премия аласағы хаҡында иғлан итте.

Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеү яулаған мәктәп уҡыусылары быйылдан башлап 1 млн һум премия аласағы хаҡында иғлан итте.

“Быйыл уҡ халыҡ-ара кимәлендәге олимпиадаларҙа миҙалдар яулаған мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ был командаларҙың тренерҙары президент премияһы аласаҡ, шул иҫәптән маҡтау пьедесталының иң юғары баҫҡысын яулаған уҡыусылар – 1 млн һум, - тип һөйләне дәүләт башлығы “Талант һәм уңыш” фондының попечителлек советы ултырышында. – Көмөш миҙал өсөн – 500 мең һум, бронза миҙал өсөн – 400 мең һум”. Путин “Сириустың” тәрбиәләнеүселәре 2018 йылда халыҡ-ара олимпиадаларҙа 38 миҙалдан 33-өн яулауын билдәләне.

Рәсәй лидеры һүҙҙәренә ҡарағанда, 2020 йылдан һәләтле вуз уҡыусылары өсөн президент гранты программаһын киңәйтеү ҡарары ҡабул ителгән.

Путин “Сириуста” шулай уҡ РФ-ның төрлө төбәктәренән 4,3 меңдән ашыу педагогтарҙың, шул иҫәптән балаларҙың һәләттәрен асыҡлау һәм үҫтереү берҙәм системаһында берләшәсәк төбәк үҙәктәрендә эшләү өсөн дә уҡыуын билдәләне. “Беҙ “Сириус” ысын йондоҙлоҡ булһын, ҙур илебеҙҙең бөтә төбәктәрендә лә шундай йондоҙҙар булһын тип тырышабыҙ”, - тип белдерҙе дәүләт башлығы.


#владимирпутин


Яңылыҡ сығанағы: https://futurerussia.gov.ru/
Читайте нас: