“Саф һауа” төбәк проекты эшләнгән. Был проектта республикала эшләүсе предприятиеларҙың производствоны модернизациялауы һәм һауа һаҡлау сараларын үтәүе иҫәбенә атмосфера һауаһы сифатын яҡшыртыу күҙаллана. Биш йылға улар 32 млрд һумлыҡ саралар башҡарасаҡ. Бынан тыш, газомоторлы яғыулыҡта эшләүсе 74 автобус һатып алыу планлаштырыла, улар Өфө буйлап йөрөйәсәк. 4 газ станцияһы төҙөләсәк. Башҡортостандың Сәнәғәт министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле төбәктә 16 автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһы эшләй, 2022 йылға тиклем уларҙың һанын 33-кә еткереү ниәтләнә. Милли проект сиктәрендә Салауат, Сибай һәм Учалы ҡалаларында автоматлаштырылған атмосфераны күҙәтеү пункттары барлыҡҡа киләсәк.