+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Август 2019, 11:55

Башҡортостан властары 2024 йылға тиклем 16 сүпте сорттарға айырыу комплексы төҙөргә планлаштыра

“Экология” милли проектының “Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән мөғәләмә итеү комплекслы системаһы” проекты менән 16 сүпте сорттарға айырыу комплексы төҙөү ниәтләнә.

“Экология” милли проектының “Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән мөғәләмә итеү комплекслы системаһы” проекты менән 16 сүпте сорттарға айырыу комплексы төҙөү ниәтләнә, шуларҙың дүртеһен – Дыуан, Дүртөйлө, Яңауыл һәм Благовар райондағыларын беҙ федераль бюджет аҡсалары иҫәбенә төҙөргә ниәтләйбеҙ. Ҡалған 12 комплексты ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары тармағында эшләүсе эшҡыуарҙар үҙ аҡсалары иҫәбенә төҙөйәсәк”, - тиелә хәбәрҙә.

Ведомство алдында сүпте сорттарға айырыу кимәлен биш йылда 15 проценттан 55 процентҡа тиклем еткереү мәсьәләһе тора. Был осорҙа тармаҡҡа яҡынса 5 млрд һум аҡса индереләсәк, тип өҫтәнеләр министрлыҡта. Шулай уҡ 2020 йылда Дыуан районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн яңы полигон эшләй башларға тейеш. Объект республиканың төньяҡ-көнсығышында сүп түгеү проблемаһын 25 йылға хәл итергә тейеш.

Элегерәк Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтселеге илебеҙҙең биш төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла сүп полигондарының 100 процентҡа тулыуын хәбәр иткәйне.



национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан
Читайте нас: