+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Август 2019, 11:16

Өфө ҡаланы үҫтереү проектын тормошҡа ашырыу өсөн беренсе 45 ҡала исемлегенә инде

Өфө ВЭБ.РФ ярҙамында ҡаланы үҫтереү проектын тормошҡа ашырыу өсөн беренсе 45 ҡала исемлегенә инде. Был турала корпорацияның мәғлүмәт хеҙмәте ВЭБ.РФ рәйесе урынбаҫары Алексей Сорокинға һылтанып хәбәр итә.

Өфө ВЭБ.РФ ярҙамында ҡаланы үҫтереү проектын тормошҡа ашырыу өсөн беренсе 45 ҡала исемлегенә инде. Был турала корпорацияның мәғлүмәт хеҙмәте ВЭБ.РФ рәйесе урынбаҫары Алексей Сорокинға һылтанып хәбәр итә.

“Ҡалаларҙа иҡтисади үҫештең төп повесткаһы урынлаша. Ҡала халҡы – илебеҙ халҡының дүрттән өс өлөшө. Бөгөн Рәсәй ҡалалары, күпселектә, бер үк төрлө проблемалар менән осраша: торлаҡ-коммуналь фондты яңыртыу кәрәклеге, йәмәғәт транспортын замансалаштырыуҙа мохтажлыҡ, ҡаты көнкүреш һәм коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙең һөҙөмтәле технологиялары булмауы. Был проблемаларҙы хәл итеү ысулдарын иҡтисади яҡтан һөҙөмтәле проекттарҙан табырға мөмкин, тип уйлайбыҙ”, - тип билдәләне Алексей Сорокин. Әлеге ваҡытта корпорация 45 ҡалала 109 проектты тормошҡа ашырыуҙы ҡарай. Уларҙың күбеһе – йәмәғәт транспортын замансалаштырыу тармағындағы проекттар.

Белешмә. ВЭБ.РФ – дәүләт үҫеше корпорацияһы. Коммерция банктары һәм инвесторҙар менән берлектә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, шул иҫәптән юғары технологиялы сәнәғәт, сеймал булмаған экспорт, инфраструктураны һәм ҡала агломерацияларын замансалаштырыу тармағында ла.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: http://www.bashinform.ru/
Читайте нас: