+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Август 2019, 11:23

Башҡортостандың “кесе” экспортерҙары экспортҡа булышлыҡ итеү буйынса программа аҡсаларының 25 процентын үҙләштергән

Башҡортостан экспортерҙары быйыл продукцияны сит илгә сығарыу буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға бүленгән аҡсаларҙың 25 процентын (40 миллиондан 10 миллион) үҙләштергән, тип хәбәр итәләр Тышҡы иҡтисад эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитетында.

Башҡортостан экспортерҙары быйыл продукцияны сит илгә сығарыу буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға бүленгән аҡсаларҙың 25 процентын (40 миллиондан 10 миллион) үҙләштергән, тип хәбәр итәләр Тышҡы иҡтисад эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитетында. Ике йүнәлеш буйынса дүртенсе аҡса алыусы “АРТ-Оснастка” йәмғиәте – “Йыл экспортеры” республика конкурсының “Йыл асышы” номинацияһы еңеүсеһе булған.

Колумбия һәм Белоруссия республикаларына нефть һәм газ скважиналарын цементлауға йыһаздарҙы даими транспортировкалау өсөн предприятие 147,5 мең һум һәм пилот партияларын экспортлау өсөн – 333,8 мең һум алған.

Кесе һәм урта бизнес субъекттарына финанс ярҙам Башҡортостан бюджетынан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын һәм “БР-ла экспортты үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бүленә.


# национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: http://www.bashinform.ru/
Читайте нас: