+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Август 2019, 12:00

Путин 2024 йылдан һуңғы пландары тураһындағы һорауға яуап бирҙе

РФ Президенты Владимир Путин журналистарҙың уның 2024 йылдан һуң нимә эшләйәсәге тураһындағы һорауына яуап бирҙе.

РФ Президенты Владимир Путин журналистарҙың уның 2024 йылдан һуң нимә эшләйәсәге тураһындағы һорауына яуап бирҙе. Үҙ пландары менән Рәсәй лидеры үҙенең фин коллегаһы Саули Ниинисте менән 21 августа Хельсинкиҙа уҙған пресс-конференцияһында бүлеште.

“2024 йылға килгәндә, был турала һөйләү иртәрәк. Әле 2019 йыл ғына”, - тине ул.

Июль башында ошоға оҡшаш һорауҙы Путинға Италияға сәфәре алдынан Corriere della Sera журналы хәбәрсеһе лә биргәйне. Хәбәрсе дәүләт башлығынан 2024 йылда сәйәсәттән китергә планлаштырамы-юҡмы икәне тураһында һорау бирҙе. Яуап итеп президент алда әле биш эшлекле йыл булыуын, “бындай тиҙ динамика булғанда прогноз эшләүе ауыр булыуын” белдерҙе.

Путин 2018 йылдың мартында дүртенсе срокка һайланғайны, ғәмәлдәге Конституцияға ярашлы, 2024 йылда буласаҡ һайлауҙарҙа президентҡа кандидат була алмай.


#владимирпутин
Читайте нас: