-3 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Август 2019, 10:56

Республика етештереүселәренә ярҙам итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды

“Урындағы эшҡыуарлыҡ инициативаһына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса республика етештереүселәренә ярҙам итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

“Урындағы эшҡыуарлыҡ инициативаһына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса республика етештереүселәренә ярҙам итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Унда урындағы тауарҙарҙы өҫтөнлөклө алға этәреү өсөн шарттар булдырыу ҡаралған.

Башҡортостан ҡулланыусылар союзы һәм Башҡортостан сәүҙә ассоциацияһы республика етештереүселәренә ярҙам итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙылар. Башҡортостандың Сәүҙә буйынса дәүләт комитетында аңлатыуҙарынса, килешеү урындағы тауарҙарҙы өҫтөнлөклө алға этәреү өсөн шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Сәүҙә ассоциацияһы ретейл менән тауар килтереү шарттарын раҫларға һәм транспорт-логистик үҙәктәр селтәрен булдырырға тейеш, улар менән ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр файҙалана аласаҡ.

Килешеүҙең маҡсаты – сәүҙә форматына (йәрминкәләр, магазиндар, федераль һәм республика сәүҙә селтәрҙәре) ҡарамаҫтан, магазиндар кәштәләрендә республика продукцияһының максималь тәҡдим ителеүен тәьмин итеү.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: http://www.bashinform.ru.


Читайте нас в