Республиканың 115 эш башлаусы фермеры “Агростартап” гранттарын аласаҡ, был турала республика Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
Ул төбәктә грант алыусыларҙы һайлап алыу конкурсының тамамланыуын хәбәр итте. Унда иң күп балл йыйғандарҙың – ә был 115 эш башлаусы фермер – һәр береһе 4 млн һумға тиклем дәүләт ярҙамы аласаҡ.
“Башинформ” агентлығы гранттарҙың фермерҙарға ярҙам итеү һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһын булдырыу буйынса төбәк проектын тормошҡа ашырыуға һалынған аҡсаларҙан бүләсәктәрен хәбәр итте. Был программа республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса эшләнгән “МСП һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. “Агростартапта” гранттар алыуға 250 конкурсант ҡатнашты. Уларҙың 115-е иң күп балл йыйып, еңеүсе булды.
Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА фотоһы.